Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

Алыҫ Көнсығышта тағы бер Башҡорт ҡоролтайы ойошторолдо

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Алыҫ Көнсығышта икенсе башҡорт ойошмаһы асылды. Хәҙер Сахалинда «Башҡорт ҡоролтайы (конгресы) милли-мәҙәни автономияһы» Сахалин төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Ойоштороу йыйылышы 2017 йылдың сентябрендә үк уҙғайны.

Быйыл апрелдә ойошма дәүлет теркәүе тураһында таныҡлыҡ алды. Ҡоролтайҙы Заур Ғәлиев етәкләй. Офис Сахалин өлкәһенең Холмск ҡалаһында урынлашҡан.

«Төп маҡсатыбыҙ – берләшеү һәм Сахалин өлкәһе башҡорттарының милли-мәҙәни талаптарын һәм хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу механизмдарын әҙерләүҙә ҡатнашыу, дәүләт ярҙамын файҙаланып, башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҫешенә ярҙам күрһәтеү, халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын һаҡлау һәм үҫтереү, милли мәҙәниәттең, йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең һәм телдең күсәгилешлелеге мәсьәләләрен хәл итеү», – тип хәбәр итте Сахалин ҡоролтайы етәксеһе Заур Ғәлиев.

Башҡорт ойошмаһы дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарында башҡорттарҙың мәнфәғәттәрен күрһәтергә, милли үҫеш гранттарында һәм программаларында ҡатнашырға ниәтләй. Шулай уҡ әүҙемселәр Рәсәйҙең баш төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге этник башҡорттар менән мәҙәни бәйләнештәр булдырырға теләй.

«Ойошмабыҙға тотош Сахалин өлкәһе башҡорттары инә. Барыбыҙ ҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә тыуып үҫкәнбеҙ, Башҡортостандан бик аҙҙар. Урындағы «Гөлдәр» ансамбле етәксеһе Гүзәлиә Солтанова – Силәбе өлкәһенән, Ҡурған өлкәһенән дә вәкилдәр ҙә бар», – ти Заур Ғәлиев.

Йәмәғәтселәр милли һәм дини байрамдар үткәрергә ниәтләй. Ҡоролтай ҡатнашҡан тәүге сара – һабантуй. Сахалиндағы төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән милли байрам 14 июлдә Холмск ҡалаһында ойошторола. Милли-мәҙәни автономия сараға Башҡортостандан да ижади делегацияны саҡыра.

http://www.bashinform.ru/news/1159539-na-dalnem-vostoke-sozdali-eshche-odin-bashkirskiy-kurultay/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть