Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда миокард инфарктынан үлеү осраҡтары 17% кәмегән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Кардиология советы 2018 йылдың беренсе кварталындағы эшкә йомғаҡ яһаны. Ведомствоның баш кардиологы Ирина Николаева һүҙҙәренсә, Башҡортостанда ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан (6,8 процентҡа), йөрәктең ишемик сиренән (10,3 процентҡа), миокард инфарктынан (17,7% процентҡа) вафат булыу осраҡтары кәмегән.

«Беҙҙең алға аныҡ маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйылған. Ул – граждандарҙың көтөлгән ғүмер оҙайлығын арттырыу, эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлеү осраҡтарын кәметеү», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кәңәшмәлә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров.

Бындай һөҙөмтәгә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең өс кимәлле системаһын индереү, ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланғандарҙың маршрутизацияһын ойоштороу ярҙамында өлгәшергә мөмкин булды, тип билдәләне белгестәр. Шулай уҡ профилактика, «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре», «Кардиолог менән ял итеп йөрөү» һәм башҡа акциялар роль уйнаны.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың яңы май указына арналған кәңәшмәлә 2024 йылға уртаса ғүмер оҙайлығы 78 йәшкә етергә тейеш, тип белдергәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1159862-v-bashkirii-na-17-snizilas-smertnost-ot-infarkta-miokarda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть