Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23 ↓

EUR 73.72 ↓

23 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан — урманды яһалма тергеҙеү буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, 2018 йылда төбәктә яҡынса 13 мең гектар урманды тергеҙеү күҙаллана, шуның 7 мең гектарында — яһалма ултыртыу. Бөгөнгә урманды яһалма тергеҙеү 50 процентҡа тиерлек тамамланған. Был өлкәлә республика Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.

2017 йылда төбәктә 14,6 мең гектарҙа йәш ағастар ултыртылған. Республикала урманды тергеҙеү эштәренә волонтер ойошмалары йәлеп ителә, урмандарҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙа ағас ултыртыу буйынса төрлө акциялар ойошторола. Был эш сәнәғәт өсөн ағас йығыуҙы, урман янғындары килтергән зыянды ҡапларға тейеш.

Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уларҙың һаны апрель башынан алып май урталарына тиклем уҙған йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда өс тапҡырға тиерлек артҡан. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан бирле урман фондында 534 гектар майҙанда 70 янғын теркәлгән, сағыштырыу өсөн — былтыр ямғырлы яҙҙа ошо уҡ осорҙа 338 гектарҙа 24 янғын сыҡҡан.

Белгестәр фекеренсә, урман янғындары һанының артыуы ҡышҡыһын ҡарҙың аҙ булыуына һәм майҙың тәүге ун көнлөгөндә йыш иҫкән көслө елгә бәйле. Бынан тыш, халыҡтың, нигеҙҙә туристарҙың, һунарсыларҙың, балыҡсыларҙың яуапһыҙ ҡарауы сағылыш тапҡан. «Күпселек урман янғындарына кеше факторы сәбәпсе, һигеҙ янғын — ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡоро үләндәр үртәү, икәүһе йәшен арҡаһында сыҡҡан. 45 янғын буйынса яҡынса зыян 200 мең һумдан ашыу тәшкил иткән, уларҙы һүндереү өсөн сығымдар 800 мең һумдан ашҡан», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

http://www.bashinform.ru/news/1159456-po-iskusstvennomu-lesovosstanovleniyu-bashkoriya-zanimaet-pervoe-mesto-v-pfo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть