Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Элвин Грей тәүге тапҡыр тыуған көнөн Өфөнән ситтә билдәләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Популяр башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) тәүге тапҡыр тыуған көнөн Өфө ҡалаһынан ситтә билдәләне. Кисә, 17 майҙа, артисҡа 29 йәш тулды.

«Мин Өфөлә тыуғанмын һәм быға тиклем тыуған көнөмдө Өфөлә генә билдәләй торғайным. Был юлы Татарстанда үткәрергә булдым, бөгөн Башҡортостандан бик күп дуҫтарым килде», — тип хәбәр итте Радик Бим-радио эфирында.

Әңгәмәлә Радик социаль селтәрҙәге барлыҡ аккаунттарҙы үҙе алып барыуын һәм бөтә хәбәрҙәрҙе үҙе яҙыуын белдерҙе. Артист әйтеүенсә, был — уның ижад юлының башы ғына. 

«Әле Башҡортостанда һәм Татарстанда сығыш яһауым — төрлө илдәр, яңы ҡалалар буйлап ҙур концерттар алдынан репетиция. Тиҙҙән — Ҡаҙағстан, Төркиә, Дубай, Ҡырым», — тип белдерҙе артист.

Кисә Элвин Грей Ҡазандағы Спорт һарайында ҙур концерт менән сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1159834-elvin-grey-vpervye-otmetil-den-rozhdeniya-ne-v-rodnoy-ufe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть