Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Германияла Башҡортостандың конгресс-күргәҙмә мөмкинлектәре менән таныштырҙылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов.

Ошо көндәрҙә Германияла IMEX-2018 күргәҙмәһе барышында Өфөнөң һәм Башҡортостандың конгресс-күргәҙмә мөмкинлектәре презентацияһы уҙҙы. Башҡортостан делегацияһы RUSSIA OPEN TO THE WORLD стендында төбәктең конгресс мөмкинлектәре һәм 2018-2021 йылдарҙа республикала уҙғарыу күҙалланған әһәмиәтле саралар менән таныштырҙы.

Презентацияла республика менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдергән ассоциация, союз, профессиональ һәм фәнни берләшмәләр вәкилдәре ҡатнашты.

Халыҡ-ара ҡатнашыусылар менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшереү эшлекле аралашыу зонаһында дауам итте, унда башҡорт милли аш-һыуын һәм эсемлектәрен тәмләп ҡарау ойошторолғайны.

«Беҙ тармаҡ профессионалдары һәм потенциаль сит ил партнерҙары менән һөҙөмтәле аралаштыҡ. Башҡортостан үҙенең конгресс мөмкинлектәре менән таныштырҙы», — тип һөйләне республика делегацияһы ағзаһы, Башҡортостан Конгресс-бюроһы директоры Николай Фадеев.

Күргәҙмәлә «Ҡапыл туй» ғаилә өсөн саралар ойоштороу йорто етәксеһе, CouletuyStyle брендына нигеҙ һалған Александра Хисаметдинова уҙғарған мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре ҡунаҡтарҙа популярлыҡ менән файҙаланды.

«Беҙ заманса интерпретация менән аутентик бүләктәр әҙерләргә өйрәтәбеҙ. Бергәләп туҡымаға биҙәктәр төшөрөү ярҙамында түшелдерек эшләйбеҙ», — тине Александра Хисаметдинова.

Башҡортостан Конгресс-бюроһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмә Франкфурт ҡалаһында Messe Frankfurt күргәҙмәләр үҙәгендә бара. Башҡортостан Рәсәйҙең RUSSIA OPEN TO THE WORLD экспоненты сифатында ҡатнаша. Ойоштороусылар мәғлүмәте буйынса, күргәҙмәлә донъяның 150 иленән 3,5 меңдән ашыу экспонент ҡатнаша, 10 меңдән ашыу кешенең килеүе көтөлә. Күргәҙмә майҙандарының дөйөм майҙаны — 5200 квадрат метрҙан ашыу.

http://www.bashinform.ru/news/1159442-v-germanii-prezentovali-kongressno-vystavochnye-vozmozhnosti-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть