Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

19 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Фёдор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара вокалсылар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Фёдор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара вокалсылар конкурсына ғаризалар ҡабул итә.

Конкурс 20-25 сентябрҙә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Өфөлә Шаляпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале сиктәрендә үтә.

Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов жюри рәйесе булып сығыш яһай.

Конкурста ҡатнашыуға йәш йырсылар саҡырыла. Ғаризалар 20 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Бәйгеселәр ебәрелгән видеояҙмалар буйынса һайлап алына. Конкурс ике турҙан тора: беренсеһе фортепиано оҙатыуында һәм икенсеһе – финал – симфоник оркестр оҙатыуында.

Гран-при, беренсе һәм икенсе премия яулаусылар 25 сентябрҙә фестивалдең гала-концертында сығыш яһай.

Өҫтәмә мәғлүмәт – конкурс сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1159762-v-ufe-otkrylsya-priem-zayavok-na-ii-mezhdunarodnyy-konkurs-vokalistov-im-f-shalyapina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть