Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡорбан салыу үҙәге ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөлә Ҡорбан байрамына Ҡорбан салыу үҙәге будырырға ниәтләйҙәр. Унда мосолмандар ҡорбан салыу йолаһын үтәй һәм халыҡты хәләл аҙыҡ менән тәьмин итә аласаҡ. Был турала «Интерфакс-Волга буйы» агентлығы хәбәр итә төбәк хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахмановтың һүҙҙәренә һылтанып.

Әлеге ваҡытта, вице-премьер һүҙҙәренсә, байрамға малды баш ҡалалағы 18 мәсет биләмәһендә салалар.

«Ҡорбан салыуҙы күп кеше күҙәтә, ҡайһы берҙәренә ул кешелекһеҙ, әхлаҡи нормаларға ярашһыҙ тойола. Бынан тыш, ҡорбан малдары бешмә, бруцеллёз, эхинококкоз һәм башҡа йоғошло ауырыуҙарҙы таратыу сығанағы булыуы ихтимал», — тип билдәләне Фәзрахманов.

Яңы ойошторолған Ҡорбан салыу үҙәге ветеринар оҙатыу документын электрон формала рәсмиләштерергә, идентификацияланған малды салырға һәм тейешле экспертизалар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, тип ышана властар.

Яҡынса, Ҡорбан салыу үҙәге Өфө янындағы Зинин ҡасабаһында була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда мосолмандарҙың изге Ҡорбан байрамы 21 августа билдәләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1159869-dlya-soversheniya-obryada-zhertvoprinosheniya-v-bashkirii-sozdadut-kurban-tsentr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть