Өфөләге ҙур супермаркеттар селтәрендә листериялы билмән тапҡандар

Өфөләге ҙур супермаркеттар селтәрендә листериялы билмән тапҡандар Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
Белгестәр Өфөләге «Лента» ҙур супермаркеттар селтәре продукцияһына тикшереү үткәргән. Магазиндарҙың береһендә листериялы билмәндәр табылған, тип хәбәр итә «Интерфакс» «Башҡортостан ғилми-етештереү ветеринария лабораторияһы» вәкиленә һылтанма менән. Билмәндең Ҡазанда етештерелеүе билдәле.
Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, тикшереү етештереү үҙконтроле барышында гипермаркеттың башланғысы буйынса уҙғарылған.
«Хәүефле йоғошло ауырыу ҡуҙғытҡысы табылғандан һуң ошо продукцияның бөтә партияһы ла һатыуҙан алынды, айырым һаҡлана», — тип аныҡлана агентлыҡ белдереүендә.
Әле листерияның ярымфабрикатҡа нисек эләгеүен асыҡлайҙар, контроль-күҙәтеү сараларын Башҡортостан ветеринарияһы эксперттары оҙатып йөрөй.
Белешмә
Листериоз – кешеләр һәм хайуандар араһында таралған хәүефле йоғошло сир, үҙәк нервы системаһын, үрсеү органдарын зарарлай, ҡайһы берҙә ауырыуҙың билдәләре беленмәй. Листериозды күп кенә хайуандар, шул иҫәптән кимереүселәр һәм ҡоштар йоҡтора ала.
http://www.bashinform.ru/news/1159859-v-krupnoy-seti-supermarketov-ufy-nashli-pelmeni-s-listeriey/

