Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «ЭкоНива» агрохолдингы президенты Штефан Дюрр менән инвестиция проекттарын тикшерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ЭкоНива» агрохолдингы президенты Штефан Дюрр менән осрашты. Яҡтар агрохолдингтың төбәктә һөт малсылығы өлкәһендәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу перспективаларын тикшерҙе.

Осрашыуҙа республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, «Төньяҡ нива» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарма директоры (Ырымбур өлкәһе) Пётр Дубянский, шулай уҡ Бишбүләк, Бәләбәй һәм Йәрмәкәй райондары башлыҡтары ҡатнашты.

Башҡортостан – Рәсәйҙә һөт, ит, иген, асыҡ һәм ябыҡ тупраҡта йәшелсә етештереү, шулай уҡ эре мөгөҙлө мал башы буйынса алдынғы урындарҙы биләгән эре ауыл хужалығы төбәге, тип билдәләне республика Башлығы.

— Бер һүҙ менән генә әйткәндә, беҙҙә ярайһы уҡ яҡшы, ҙур ауыл хужалығы. Продукция күләме – яҡынса 160-170 миллиард һум. Ул Рәсәй Федерацияһында алтынсы-етенсе урын, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ алға хәрәкәт итергә, тәүге бишәүҙә булырға  теләйбеҙ. Хәҙер ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороуҙы, яңыртыуҙы башлайбыҙ. Беҙгә ҙур предприятиелар кәрәк. Бөгөн беҙ яңы һулыш бирә, ауыл хужалығын үҫтереүгә яңы алымдар ҡуллана алған эре инвесторҙар эҙләйбеҙ, әлбиттә.

Штефан Дюрр «Эко Нива»ның Воронеж, Новосибирск, Курск, Калуга, Төмән, Рязань, Ырымбур өлкәләрендә уңышлы эшләүен һөйләне. Агрохолдингтағы ауыл хужалыҡтарының дөйөм майҙаны 360 мең гектар самаһы тәшкил итә. Компания тәүлегенә 1 250 тонна йәки йылына 500 мең тонна самаһы һөт етештерә. Киләсәккә пландар – 2021 йылға йылына 1,5 миллион тонна кимәленә сығыу, Рәсәйҙә һөт етештереүҙе 10 процентҡа тиерлек тәьмин итеү.

«Эко Нива»ла 16 малсылыҡ комплексы эшләй, тағы дүртәүһе файҙаланыуға тапшырылырға әҙерләнә. Бынан тыш, тағы 10 комплекс төҙөлә башлаған, улар 2017 йылдың аҙағына – 2018 йылдың башына тамамлана.

— Башҡортостанда дөйөм 6 мең башлыҡ шундай ике-өс комплекс төҙөргә була. 2 800 башҡа иҫәпләнгән бер комплекстың хаҡы яҡынса 2 миллиард һум тәшкил итәсәк. Һеҙҙә һәйбәт баҙар, бөтә Волга буйын тәьмин итергә мөмкин. Бында етештерелгән һөт Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән һөт эшкәртеүселәр өсөн яҡшы сеймал буласаҡ, – тип билдәләне Штефан Дюрр. – Мин танышҡан кешеләр – бик һәйбәт команда тип әйтә алам. Минең ҡарашҡа, беҙ ярайһы уҡ тиҙ эш алып барырбыҙ. Бында эшләһе килә, сөнки беҙҙе асыҡ күңел менән ҡаршы алғандары һиҙелә. Был идеологияның Һеҙҙән сығыуын аңлайым. Министрҙарығыҙ, башлыҡтарығыҙ ҙа шулай эшләй.

Республика компанияға бөтә йүнәлештәр буйынса, шул иҫәптән инфраструктура төҙөлөшө, ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялау йәһәтенән булышлыҡ итәсәген гарантиялай, тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.

— Был нигеҙҙәрҙән сығып, инвестиция эшмәкәрлеге тураһында килешеү төҙөп, унда һеҙгә ҡарата йөкләмәләребеҙҙе, төҙөлөш, күләмдәр буйынса һеҙҙең ваҡытығыҙҙы яҙып, атап әйткәндә, алдағы өс-биш йылға эшмәкәрлегебеҙҙе һүрәтләй алыр инек, – тип тәҡдим итте Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә эшләргә килеүегеҙ менән бик ҡыҙыҡһынабыҙ. Беҙ үҙ яғыбыҙҙан мөмкин тиклем ярҙам итербеҙ.

«ЭкоНива» Рәсәй-Германия компаниялар төркөмө 1994 йылда ойошторолған. Бөгөн уға тәьмин итеү һәм ауыл хужалығы техникаларын хеҙмәтләндереү менән шөғөләнеүсе «ЭкоНиваТехника-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм агроетештереү менән шөғөлләнеүсе «ЭкоНива-АПК Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте инә. Һөт һәм ит малсылығы, үҫемлекселек һәм орлоҡсолоҡ агрохолдинг эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып тора. 2018 йылда Башҡортостанда компанияның бүлендек предприятиеһы – «Башҡортостандың төньяҡ ниваһы» теркәлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1159788-rustem-khamitov-obsudil-investproekty-s-prezidentom-agrokholdinga-ekoniva-shtefanom-dyurrom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть