Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын 100 йыллығына ремонтлайҙар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрын реконструкциялау күҙаллана. Ошо хаҡта кисә миҙгелде ябыуға арналған матбуғат конференцияһында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов белдерҙе.

Яңыртыу эштәре 2019 йылда театрҙың 100 йыллыҡ юбилейына уҙғарыла. Был дата шулай уҡ Республиканың 100 йыллығын һәм башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын байрам итеү менән тап килә.

Ремонт эштәре 2018 йылдың сентябрендә башлана һәм 2019 йылдың апреленә тиклем бара. Ҙур залда тауыш һәм яҡтылыҡ ҡорамалдарын, ултырғыстарҙы алмаштырыу күҙаллана. Кесе зал да йүнәтеләсәк. Косметик ремонт бинаның тышҡы яғына ла ҡағыласаҡ.

Ремонт барышында спектаклдәр Опера һәм балет театрының кесе залында үтәсәк, Рус драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры менән һөйләшеүҙәр алып барыла, тип һөйләне спикерҙар.

http://www.bashinform.ru/news/1159795-v-ufe-bashkirskiy-teatr-dramy-imeni-mazhita-gafuri-otremontiruyut-k-100-letiyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть