Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары күҙалланған майҙандарҙың яртыһын сәскән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда яҡшы һауа торошона күрә сәсеү эштәренең тиҙлеге артҡан. Уҙған тәүлектә генә сәселгән майҙандарҙың үҫеше 122,4 мең гектар тәшкил итте.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 17 майға төбәктә ярауай сәсеү 1 миллиондан ашыу гектарҙа башҡарылған. Ул – ошо яҙға күҙалланған сәсеү майҙандарының теүәл яртыһы.

Әлеге ваҡытта 26 район игенселәре майҙандарҙың яртыһынан күберәген сәскән. Эштәр тиҙлеге буйынса ғәҙәттәгесә Урал алды зонаһы райондары алдынғы килә, унда яҙғы культуралар менән майҙандарҙың 57 проценты сәселгән. Иң яҡшылар иҫәбендә – баҫыуҙарҙың 64-69 процентында сәсеү эштәрен тамамлаған Стәрлебаш, Бүздәк һәм Әлшәй райондары.

http://www.bashinform.ru/news/1159580-agrarii-bashkirii-zaseyali-polovinu-zaplanirovannykh-ploshchadey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть