Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостанда йәшәүсе тағы 45 ҡатын «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

17 майҙа республика Хөкүмәте Йортонда сираттағы «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Наградаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.

«Әсәлек даны» миҙалы биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе күп балалы әсәләргә бирелә. Республикала 1998 йылдан башлап бөтәһе 7600-ҙән ашыу гүзәл зат юғары исемгә лайыҡ булған.

«Башҡортостан Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың йөкләмәһе буйынса теге йәки был алымдар менән күп балалы ғаиләләргә ярҙам итергә тырышабыҙ һәм был йүнәлеште артабан дауам итербеҙ, – тине вице-премьер. – Ғаиләләргә ярҙам итеү Хөкүмәтебеҙ эшендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Тиккә генә был йыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителмәгән». 

Рәсәй Президентының Указына ярашлы 2021 йылға тиклем һәр муниципалитетта ясле төркөмдәре ойоштороласаҡ, тип хәбәр итте Салауат Сәғитов.

«Был маҡсатҡа ил бюджетынан 1,3 миллиард һум бүленгән, шулай уҡ уға республиканан өҫтәмә финанслау күҙаллайбыҙ. Беҙ дүрт йылда ысынында иһә онотолғанды тергеҙергә тейеш. Икенсе йүнәлеш – һаулыҡ һаҡлау. Быйыл республикабыҙҙың бөтә бәләкәй кешеләренә ярҙам иткән ике республика дауаханаһына 500 миллион һум самаһы йүнәлттек. Бынан тыш, беҙҙең балалар поликлиникалары өҫтөнлөктә, уларға алдағы ике йылда айырыуса иғтибар бүленәсәк, – тип өҫтәне вице-премьер. – Барығыҙға ла именлек теләйем, йорттарығыҙҙа тыныслыҡ, изгелек хөкөм һөрһөн, балаларығыҙ ҙур илебеҙҙең һәм яратҡан республикабыҙҙың лайыҡлы граждандары булып үҫһен». 

http://www.bashinform.ru/news/1159676-v-ufe-eshche-45-zhitelnits-bashkortostana-stali-obladatelnitsami-medaley-materinskaya-slava/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть