Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда һабантуйҙар уҙғарыу графигын раҫланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда республиканың район һәм ҡалаларында «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 17 майҙа Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, республикала тәүге һабан байрамы 26 майҙа Стәрлетамаҡта һәм Ҡырмыҫҡалы районында ойошторола.

2 июндә һабантуйҙы Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондарында һәм Ағиҙелдә йәшәүселәр билдәләй.

10 июндә һабантуй Әбйәлил, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен, Борай, Ғафури, Йәрмәкәй, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Кушнаренко, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Тәтешле, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондарында һәм Күмертауҙа уҙа.

12 июндә «Һабантуй» халыҡ байрамы Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә була.

16 июндә һабан байрамын Дыуан, Ҡариҙел, Күгәрсен, Мәсетле, Мишкә, Салауат һәм Шишмә райондары халҡы билдәләй.

30 июндә һабантуй Салауатта, шулай уҡ Балтас районында ойошторола. .

7 июлдә һабантуйҙы Башҡортостандың Иглин районы халҡы билдәләй.

http://www.bashinform.ru/news/1159400-rustem-khamitov-utverdil-grafik-provedeniya-sabantuev-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть