Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.06 ↑

EUR 74.18 ↓

20 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Яҡташыбыҙ Непалда Эверест тауында һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандан сәйәхәтсе һәм альпинист Рөстәм Әмиров Непалда Эверест тауына артылғанда һәләк булған. «Непалдан насар хәбәр килде. Миңә бөгөн Рөстәмдең һәләк булыуын хәбәр иттеләр», — тип яҙҙы уның тормош иптәше социаль селтәрҙә.

Альпинистың үлеме тураһында уның дуҫтары бына нимә һөйләй: «Хәҙер Рөстәм арабыҙҙа юҡ инде, уның йәне күккә ашты. Аҡыллы һәм көслө, ул насар һауа торошо арҡаһында түбәгә етергә 100 метр ҡалғас ҡына боролдо. Тотороҡһоҙ һауа торошо уның ҡолауын аҡрынайтты. Ниндәйҙер мәлдә 3 лагерҙан өҫтәрәк киҫкен тау сире менән яфаланды. Уны ҡотҡарыу һәм уға 2-се лагерға барырға ярҙам итеү өсөн тауҙа оҙатып йөрөүселәр ебәрелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуң ине. Рөстәм беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр», — тип ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе уның дуҫтарының береһе.

Ирҙең бер ай элек сит илдәге коллегалары менән Эвересты яуларға юлланыуы билдәле. Тауға менеп етергә күп тә ҡалмай, юлдың яртыһы үтелгән була. «Әле Эверест һәм Лхоцзе лагерҙарына килеп еттем, 8516 метрлыҡ бейеклекте яуларға әҙерләнәм. Һауа торошо тотороҡһоҙ, барлыҡ төркөмдәр ҙә тиерлек 14 майҙағы «һауа торошо тәҙрәһе»нә иҫәп тотоп, юғарыға күтәрелде. Мин график буйынса украин командаһынан ҡалышам, бәлки, был файҙаға булыр. Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса, һауа торошо тәҙрәһе 16 майға күсте, был минең пландарыма тура килә, шулай итеп: 13 май — 2-се лагерға күсеү, 14 май — 3-сө лагерға күсеү, 15 май — 4-се лагерға күсеү, 16 май — бейеклек, 2-се лагерға төшөү, 17 май — резерв көн. 3-сө лагерға тиклем Непалдағы дуҫым Нарбин Магар менән параллель рәүештә барабыҙ. Артабан Лхоцзе тауына Перуҙан Виктор һәм Япониянан Йоши менән бергә күтәреләбеҙ. Американдар командаһы ла 16-17 майға иҫәп тота, ләкин улар Эверест тауына артыла. Бер аҙнанан яңылыҡтар көтөгөҙ!» — тип яҙған Рөстәм 12 майҙа «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә.

http://www.bashinform.ru/news/1159513-v-nepale-pri-voskhozhdenii-na-everest-pogib-puteshestvennik-i-alpinist-iz-bashkirii-rustem-amirov/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть