Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала бер ир ҡот осҡос серен сискән ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыуҙа ғәйепләнә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда Стәрлетамаҡта йәшәгән ир һаҡ аҫтына алынған. Ул кеше үлтереүҙә ғәйепләнә, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән. 

Асыҡланыуынса, 15 майҙан 16-һына ҡарай төндә 46 йәшлек фатир хужаһы Ҡазандан килгән ят ҡатын-ҡыҙ менән кәйеф-сафа ҡорған. Һуңынан улар араһында бәхәс сыҡҡан: ир 34 йәшлек ҡунағына ике тапҡыр бысаҡ менән сәнскән. Ул алынған йәрәхәттәрҙән урында йән биргән.

Ғәйепләнеүсе һүҙҙәренсә, енси мөнәсәбәткә ингәндән һуң ҡатын үҙенең дауалап булмаҫлыҡ сиргә дусар булыуын әйткән. Ошо хәбәр ирҙе сығырынан сығарған да инде.

«Енәйәт сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре һәм оператив-эҙләү саралары алып барыла. Ғәйепләнеүсенең фаразын ентекле тикшереү күҙаллана. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: бынан алда ҡулға алыныусы кеше үлтергән һәм талаған өсөн хөкөм ителгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1159495-v-bashkirii-muzhchina-obvinyaetsya-v-ubiystve-zhitelnitsy-kazani-sdelavshey-pered-smertyu-rokovoe-pr/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть