Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Музейҙар төнөндә өфөләргә тәүге тапҡыр «Ирәндек айыуы»н күрһәтәләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың Милли музейында «Ирәндек айыуы» алтынын күрһәтергә әҙерләйҙәр.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Алтын энә (Башҡортостан халыҡтарының сигеү сәнғәте)», «Һынлы сәнғәт оҫталары һәм шедеврҙары», «Иртә тимер быуаттың мәжүсилек сәнғәте» күргәҙмәләрендә музей фондының шедеврҙарын ҡарарға мөмкин.

Килгән кешеләр өсөн бай программа әҙерләнгән: балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Музейҙа күңелһеҙ түгел» ғаилә күңел асыу һәм танып белеү майҙансығы эшләй. Унда сувенирҙар күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштороу, конкурстар, викториналар уҙғарыу күҙаллана.

Оҫталыҡ дәрестәрендә кейеҙ уйынсыҡтар, балсыҡтан һауыттар яһау, традицион үҫемлек биҙәктәре менән алъяпҡыстар эскизын һыҙырға өйрәтеү ҡаралған.

Музей кинозалында «Бәхетле ер», «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеме», «Ер аҫты лабиринттары», «Өйләнәм», «Карусель», «Япраҡ», «13-сө раунд» фильмдарын ҡарарға була.

http://www.bashinform.ru/news/1158944-v-noch-muzeev-ufimtsam-vpervye-pokazhut-irendykskogo-medvedya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть