Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан бюджеты 19 миллиард һумға арта

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдағы пленар ултырышта быйылғы бюджеттың килем өлөшөн 19,13 миллиард һумға арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан «2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһының бюджеты тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарарға ниәтләй. 

«16,48 миллиард һум күләмендәге ошо аҡсаның төп өлөшөн ойошмалар табышына һалым тәшкил итә, –  тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Бынан тыш, төбәккә федераль ҡаҙнанан 2,46 миллиард һум өҫтәмә субвенциялар бүленә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды линияһы буйынса керемдәр күләме 126 миллионға күберәк, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидиялар биреү өсөн Социаль маҡсатлы программалар фондынан 30 миллион. Өҫтәмә килемдәр коммуналь инфраструктура ҡоролмаларын яңыртыуға, республиканың 100 йыллығы уңайынан объекттар төҙөүгә һәм реконструкциялауға, республиканың агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамына, халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеүгә, төрлө тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтелә».

http://www.bashinform.ru/news/1159342-byudzhet-bashkortostana-uvelichitsya-na-19-milliardov-rubley/    

Теги: бюджет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть