Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығын Юрий Серышев етәкләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының ҡабаттан тәғәйенләнгән начальнигы Юрий Серышев менән осрашты. Быға тиклем ул Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Ингушетия Республикаһы һәм Әстрхан өлкәһе буйынса идаралыҡтары етәксеһе булып эшләгән.

Яңы етәксе менән Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең кадрҙар идаралығы начальнигы Александр Котов таныштырҙы.

Осрашыуҙа бынан алда Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең республика идаралығын етәкләгән Олег Гайденко ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы Олег Гайденкоға яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яңы вазифала уңыштар теләне.

Яҡтар республикала хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе һәм идаралыҡ коллективы алдында торған бурыстарҙы билдәләне.        

http://www.bashinform.ru/news/1159395-upravlenie-fsb-rossii-po-respublike-bashkortostan-vozglavil-yuriy-seryshev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть