Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

М.Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала «Ай тотолған төндә» фильмына 40 йыл тулыуҙы билдәләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

М.Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала әһәмиәтле датаны билдәләнеләр. Тап 40 йыл элек Мостай Кәримдең трагедияһы буйынса төшөрөлгән «Ай тотолған төндә» нәфис фильмының премьераһы уҙҙы.

Нәфис фильмды 1978 йылда Свердловск киностудияһында танылған бүрәт кино эшмәкәре, шағир, актер һәм режиссер Барас Халзанов төшөргән, ул үҙе Рыҫҡол бейҙе уйнаған. Илебеҙҙә билдәле актриса Наталья Аринбасарова фильмда Шәфәҡ ролен, үзбәк актрисаһы Дилором Камбарова — Зөбәржәтте, ҡырғыҙ актеры Советбәк Жумадылов — Дәрүиште, ҡаҙаҡ актеры Нуржуман Ихтымбаев — Ялсығолды башҡарған.

Уҡыусылар һәм студенттар менән осрашыуға төп ролде — Тәңкәбикәне уйнаған СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова һәм фильм кураторҙарының береһе, Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов саҡырылғайны.

Гөлли Мөбәрәкова театр һәм кино актеры эшенең үҙенсәлектәре, тәүге ролендә уға йәш, әммә билдәле актриса Наталья Аринбасарованың ярҙам итеүе, үҙенең 40 йәшен кино төшөрөү майҙансығында билдәләүе хаҡында һөйләне.

Фәрит Ғәбитов иһә фильмдың режиссеры Барас Халзанов премьеранан һуң Салауат тураһында фильм төшөрөргә теләүен һәм үҙҙәренең Салауат районы буйлап объект эҙләп йөрөүҙәрен иҫенә төшөрҙө.

«Мостай Кәрим әҫәрҙәренең Советтар Союзында һәм хәҙерге Рәсәйҙә ҙур популярлыҡ яулауына ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандың халыҡ шағиры иҫән саҡта улар экранға сығарылманы. Беренселәрҙен булып Свердловск киностудияһы режиссеры Барас Халзанов фильм төшөрҙө. Режиссер һүҙҙәренсә, трагедия осраҡлы һайланмаған. Ул үҙе — билдәле бүрәт шағиры, һәм уның пьесаһында поэтика иғтибарҙы йәлеп иткән. Тәүҙә ул заманға һәм айырым милләткә ҡағылышы булмаған шиғри фильм төшөрөргә уйлаған. Шуға күрә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан (фильм шунда төшөрөлгән) актерҙарынан торған ҙур интернациональ команда тупланған. Башҡорт актерҙарынан Диуананы арабыҙҙан бик иртә китеп барған Биктимер Муллабаев та уйнаған (Туймазы татар театрының баш режиссеры Илнур Муллабаевтың атаһы). Әлбиттә, хәҙерге балалар ошо заман, совет киноһы тураһында бик аҙ белә, ләкин шуға ҡарамаҫтан, улар мәҙәниәтебеҙҙең корифейҙары хаҡында ҡыҙыҡһынып тыңланы», — ти сараның кураторы, яҙыусы Зөһрә Бураҡаева.

http://www.bashinform.ru/news/1158923-v-tvorcheskoy-masterskoy-im-m-karima-otmetili-40-let-so-dnya-sozdaniya-filma-v-noch-lunnogo-zatmeniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть