Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Октябрь проспектында юлды ремонтлай башланылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Программаға ингән участкаларҙың береһе Төньяҡ инеү юлынан Чудинов урамына тиклем Октябрь проспектында урынлашҡан. Уның оҙонлоғо 2,1 саҡрым тәшкил итә.

Хәҙер был участкала хәрәкәт ауырлашҡан – бында асфальттың элекке ҡатламын сисеү, шулай уҡ люктарҙы алмаштырыу эштәре бара, тип хәбәр итә Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте. Юл ҡатламын капиталь ремонтлауҙы 20 октябргә тиклем тамамлау күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» программаһына бөтәһе Өфөләге 52 урам ингән, 2018 йылда йүнәтеләсәк участкаларҙың дөйөм оҙонлоғо – 81,6 саҡрым.

http://www.bashinform.ru/news/1159155-v-ufe-nachali-remontirovat-dorogu-na-prospekte-oktyabrya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть