Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.17 ↓

EUR 77.34 ↓

22 август, Шаршамбы

Уфа   °

Салауат Юлаев проспектында авария булған, бер кеше йәрәхәтләнгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бөгөн иртән Салауат Юлаев проспектында авария булған — юғары тиҙлектә елдергән «Тойота Камри» бағанаға бәрелгән.

Иртәнге сәғәт 6 тирәһендә шаһиттар Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығына юл фажиғәһе тураһында хәбәр иткән. Тиҙ арала урынға килеп еткән патруль-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре водителгә һәм пассажирға тәүге ярҙам күрһәткән. 

Тикшерелмәгән мәғлүмәттәр буйынса, «Тойота Камри» водителе инспекторҙың туҡтарға тигән талабын үтәмәгәнлектән, эҙәрлекләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Баҡалы урамы янындағы күпер аҫтында хоҡуҡ боҙоусы идара итеү һәләтен юғалтып, бағанаға бәрелгән. Һөҙөмтәлә машинаның алғы яғы ысҡынған һәм янып киткән. 

http://www.bashinform.ru/news/1159255-v-ufe-na-prospekte-salavata-yulaeva-proizoshla-sereznaya-avariya-est-postradavshiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть