Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала церебраль фалиж менән ауырыған балаларҙың ата-әсәләре спорт-сәләмәтләндереү кабинеты асҡан

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы ҡалаһында 40-тан ашыу ғаилә ауырыу балаларҙың тормошон еңеләйтеү өсөн берләшкән. Спорт-сәләмәтләндәреү үҙәге өсөн бинаны «Сулпан-2» биҫтәһендә «3-сө төҙөлөш фирмаһы» льготалы шарттарҙа ҡуртымға биргән. Ата-әсәләр махсус спорт ҡорамалдары, иҙән-түшәме һатып алған. Улар Рәсәйҙәге һәм яҡындағы сит илдәрҙәге тар белгестәр менән үҙҙәре һөйләшә, уларҙың килеүен, туҡланыуын ойоштора һәм түләй.

Хәҙер балаларҙың ҡаланан сыҡмай оҙайлы, һөҙөмтәле реабилитация курстары үтеү мөмкинлеге бар. Ата-әсә берләшмәһе коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһы булдырырға, бағыусылар, консультанттар йәлеп итергә, махсус тренажерҙар һатып алырға, берләштерелгән акциялар, семинарҙар уҙғарырға күҙаллай, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.  

http://www.bashinform.ru/news/1159292-v-bashkirii-roditeli-detey-s-dtsp-otkryli-sportivno-ozdorovitelnyy-kabinet-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть