Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

18 майҙа Башҡортостандың Милли банкы үҙенә «Музейҙар төнө»нә саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Милли банкының музей-экспозиция фонды 18 майҙа «Музейҙар төнө» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Экспозиция көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 7-гә тиклем эшләй.

Милли банктың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сараға килеүселәрҙе XIX  быуат бинаһында урынлашҡан элекке аҡса һаҡлағысы буйлап экскурсия көтә.

Уларға банк эшенең тарихы хаҡында һөйләйҙәр, ялған тәңкәләр эшләү өсөн клишене,  XX быуат башындағы «Өфө» валютаһын, шулай уҡ тәрән тарихлы экспонаттар: боронғо тәңкәләрҙе, ассигнацияларҙы, иҫәп техникаһын һәм сейфтарҙы күрһәтәләр.

Ҡатнашыу өсөн (347) 279-64-42 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк.

Инеү буйынса айырым талаптар булыу сәбәпле үҙең менән паспорт, баланың тыуыу тураһында таныҡлығын алырға кәрәк.

Сараға килеүселәрҙе Өфө ҡалаһы, Театр урамындағы 3-сө йортта көтәләр.

http://www.bashinform.ru/news/1159275-18-maya-natsbank-bashkirii-priglashaet-k-sebe-na-noch-muzeev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть