Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.06 ↑

EUR 74.18 ↓

20 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Грузияла аварияға осраған Өфөнән бәләкәй балалы ғаиләгә ярҙам кәрәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Грузияға сәфәр барышында Өфөнән йәш ғаилә – Шамил Нурыев, хәләл ефете Динара һәм уларҙың улы Асҡар 8 майҙа аварияға осраған.

«Дуҫтар бәләлә һынала. Беҙҙең Өфөләге ҙур туристик ғаиләбеҙҙә ғәҙәттән тыш хәл һәм ярҙам кәрәк, — тип яҙған ғаилә дуҫы Олег Чегодаев. — Шамилдың һәм Асҡарҙың хәле һәйбәт. Динара аҙнанан ашыу ауыр хәлдә дауаханала ята, ул үпкәне яһалма елләтеү аппаратында».

Ҡатындың башы һәм үпкәһе йәрәхәтләнгән, уны яһалма комала тоталар. Динараны ул үҙаллы тын ала башлағандан һуң ғына күсерергә мөмкин.

Шул уҡ ваҡытта дауаханалағы һәр көн 500 доллар тора, ауырыуҙы Рәсәйгә алып ҡайтыу 2-3 миллионға барып баҫа. Дауалауҙы тәьмин итеүгә аҡса йыйыу ойошторолған. Динараның апаһы – Гөлназ Ғабдулла ҡыҙының Һаҡлыҡ банкы картаһының номеры: 5469 0600 1234 7537, түләү тәғәйенләнешендә «Динара Нурыеваны дауалауға» тип яҙырға кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1159094-ufimskoy-seme-s-malenkim-rebenkom-popavshey-v-avariyu-v-gruzii-nuzhna-pomoshch/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть