Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда 444-кә күберәк тыуған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда 2018 йылдың беренсе кварталында малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда 444-кә күберәк тыуған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Рәсәй Социаль страховкалау фонды.

Ағымдағы йылдың тәүге өс айында республикала 10 742 сабый донъяға килгән, уларҙың 5593-ө – малай, 5149-ы – ҡыҙ.

Республикала икенсе балалары тыуған ғаиләләрҙең артыуы күҙәтелә – дөйөм әсә булғандар иҫәбенән 40 проценттан ашыуы, 16 проценты – өсөнсөгә һәм унан күберәккә. 129 игеҙ бала тыуған, ул 2017 йылдың ошо уҡ осор күрһәткестәренән 22,5 процентҡа күберәк. 3 өс игеҙ донъяға килгән.

Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, сабыйҙар йышыраҡ шаршамбы көндө тыуған. Шуныһы ҡыҙыҡ, йышыраҡ 29 һәм 34 йәштәге ҡатындар бәпесләгән, тип асыҡланылар ведомствола.

Билдәләнгән осор эсендә «Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә Башҡортостан буйынса төбәк фонды бүлексәһе медицина ойошмаларына яҡынса 114 миллион һум күсергән.  Был аҡсаны  бөтәһе 84 медицина ойошмаһы – ҡатындарҙың йөклө булыу осоронда медицина хеҙмәттәре өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары һәм бер йәшенә тиклем сабыйҙы ҡарау буйынса хеҙмәт өсөн балалар поликлиникалары алған.  

http://www.bashinform.ru/news/1158426-v-bashkirii-malchikov-rodilos-na-444-bolshe-chem-devochek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть