Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23 ↓

EUR 73.72 ↓

23 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡын һәм эшләүселәр һанын иҫәпләнеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Һуңғы һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда эшкә һәләтле йәштәге халыҡ һаны — 1,955 миллион кешенән ашыу. Февралдә республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 30 411 һум булған, тип хәбәр итә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттары буйынса иҫәпләүҙәргә ярашлы, әле Башҡортостанда 105,4 мең эшһеҙ бар. Ошо уҡ ойошма методологияһы буйынса, эшһеҙлек кимәле 5,4 процентҡа тиң.

Мәшғүллек хеҙмәтенең рәсми мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың апрель аҙағына Башҡортостанда 21,2 мең теркәлгән эшһеҙ һәм 48,5 мең буш эш урыны иҫәпләнгән.

Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты, йәки эшһеҙ граждандарҙың вакансиялар һанына нисбәте 0,5-кә тиң булған.

Апрелдә республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,06 процент тәшкил иткән.

Дөйөм алғанда, 2018 йылдың тәүге дүрт айында эшкә урынлашыуға бәйле 19,7 мең самаһы кеше мәшғүллек хеҙмәтендәге теркәү иҫәбенән төшкән. Ошо ваҡыт эсендә төбәктә 16 меңгә яҡын кеше эшһеҙ статусын алған.    

http://www.bashinform.ru/news/1158738-v-bashkirii-podschitali-srednyuyu-zarplatu-i-chislo-rabotayushchikh-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть