Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Булат Йосоповтың «Визит» фильмы Ҡазанда XXXI Нуриев фестивале программаһына ингән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт режиссеры Булат Йосоповтың «Визит» фильмы Ҡазанда Рудольф Нуриев исемендәге XXXI Халыҡ-ара классик балет фестивале программаһына ингән.

Быйыл фестиваль программаһы киңәйгән, хәҙер уға тағы ике проект: «Ballet Talk» һәм «Ballet feat. Cinema» инә. Кинопоказдар серияһы сиктәрендә 15 майҙа башҡорт фильмы М. Сәлимйәнов исемендәге Актерҙар йортонда күрһәтелде.

«Визит» – бала сағы Өфөлә үткән данлыҡлы балет артисы Рудольф Нуриевҡа арналған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты сиктәрендә төшөрөлгән. 2014 йылда картина республикала күпләп күрһәтелде.

Фильмдың нигеҙендә – Рудольф Нуриевтың тормошонан ысын бер ваҡиға. 1977 йылда Өфөгә рәсми сәфәр менән Иорданиянан король ғаиләһенең вәкиле Динә бин Әбдел Хәмид килә. Уның ысын маҡсаты Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осрашыу, уға улынан хәбәр еткереү була. Бейеүсенең биографияһынан был ныҡ билдәле булмаған осраҡ шаһитсы, Өфөлә йәшәүсе Йәүҙәт Исҡужиндың һүҙҙәренән билдәле була.

«Визит» фильмы – халыҡ-ара фестивалдәр ҡатнашыусыһы: «Себерҙә осрашыуҙар» XVII халыҡ-ара документаль фильмдар фестивале (Новосибирск), «Тыуған яғым» II асыҡ өлкә ҡыҫҡа метражлы фильмдар кинофестивале (Волгодонск, Гран-При), «Рус сит иле» VIII халыҡ-ара кинофестивале (Мәскәү), X Ҡазан мосолман киноһы фестивале (Ҡазан), «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивале (Өфө).

http://www.bashinform.ru/news/1159136-film-vizit-posvyashchennyy-rudolfu-nureevu-voshel-v-programmu-xxxi-nurievskogo-festivalya-v-kazani/

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть