Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Өфөлә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын ҡытай телендә сығарыу мәсьәләһен өйрәнделәр.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса үҙәге директоры Ши Хуншэн етәкселегендә Ҡытайҙағы Аньхой провинцияһының Хэфэй ҡалаһы делегацияһы булды. Үҙәк төрлө өлкә белгестәрен рус теленә уҡытыу менән шөғөлләнә һәм Рәсәйҙе өйрәнеү менән бәйле ғилми тикшеренеүҙәрҙе финанслай, мәҙәни-аң-белем таратыу саралары уҙғара, шулай уҡ ике телле «Рус мәҙәниәтен өйрәнеү» ғилми журналын сығара. Ши Хуншэн әфәнде был журналдың мөхәррире.

«Ҡытайҙан килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың «Китап» нәшриәте һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рус мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәге араһында хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһына, — тип хәбәр иттеләр «Китап» нәшриәтенең матбуғат хеҙмәтендә. — Ҡытай Халыҡ Республикаһының Аньхой провинцияһында ҡытай телендә «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын сығарыу хаҡында тәҡдимде тикшереү Ҡытай коллегалары сәфәренең төп маҡсаты булды».

«Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов ҡунаҡтарҙы яңы баҫмалар менән таныштырҙы, бер нисә телдәге баҫма проекттары хаҡында һөйләне.

http://www.bashinform.ru/news/1154446-v-ufe-obsudili-vypusk-bashkirskogo-narodnogo-eposa-ural-batyr-na-kitayskom-yazyke/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть