Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Илдар Абдразаҡовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 28 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Илдар Абдразаҡовты республикабыҙҙың милли геройы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

Рәсми бүләкләү тантанаһы Илдар Абдразаҡовтың Беренсе Халыҡ-ара музыка фестивале тамамланғандан һуң булды. Гала-концерт кисә Башҡорт опера һәм балет театрында үтте. Фестиваль хәҙерге замандың танылған артисының ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуға арналды.

«Был, ысынлап та, лайыҡлы награда, Илдар Әмир улы республика өсөн бик күпте башҡара, — тине Башҡортостан башлығы. — Донъялағы иң көслө, һоҡланғыс тауыш. Беҙ һеҙҙең булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ һәм бәхетлебеҙ, ҙур рәхмәт һеҙгә!».

«Ҙур рәхмәт, был артабан эшләү, башланған эшебеҙҙе дауам итеү өсөн стимул булып тора. Башланғыс һалынған, нигеҙ бар», — тине Илдар Абдразаҡов.

Илдар Абдразаҡов – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты, ике тапҡыр «Грэмми» премияһын яулаусы.

Шулай уҡ үҙенең икенсе указы менән Рөстәм Хәмитов Мариин театры солисы, фестивалдә ҡатнашыусы Сергей Скороходовты «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне.

Фестивалде ябыу гала-концертынан репортажды беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1151492-rustem-khamitov-nagradil-ildara-abdrazakova-ordenom-salavata-yulaeva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть