Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡытайҙа Башҡортостан вәкиллеген асыу күҙаллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостан рәсми делегацияһының Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре тамамланды. 26 апрелдә Сычуань провинцияһының халыҡ хөкүмәте губернаторы Ин Ли менән осрашыу уҙҙы.

Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, яҡтар Башҡортостан менән Сычуань провинцияһы араһындағы хөкүмәт-ара килешеүҙе ғәмәлгә ашырыуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе, студенттар һәм мәҙәни алмашыуҙарҙы киңәйтеү йәһәтенән яңы йүнәлештәр билдәләне. Сычуань провинцияһында — Чэнду ҡалаһының «Ҡытай – Европа» эшлекле үҙәгендә Башҡортостан вәкиллеген асыу мәсьәләһен өйрәнеү башланды. Ҡытай властары яғынан республикалаға бойомға ашырылған берлектәге проекттарға булышлыҡ итеү билдәләнде.

«Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Башҡортостан хөкүмәте «Волга – Янцзы» проекты форматындағы ике яҡлы килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөтә көсөн һала, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Республиканың логистика яғынан уңайлы урынлашыуын, уның ҡеүәтле иҡтисади һәм инвестиция потенциалын иҫәпкә алып, Ҡытайҙың «Бер билбау – бер юл» башланғысы үҙ-ара файҙалы партнерлыҡты артабан үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдыра».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, кисә Башҡортостан хөкүмәте, «Сычуань-Сибай» индустриаль паркы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Цзюньхэ тирә-яҡ мөхитен һаҡлау буйынса Сычуань компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында Сибай ҡалаһында цемент заводын төҙөү проектын ғәмәлгә ашырыу шарттары тураһында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Бының өсөн ике йыл дауамында ентекле эш алып барылды. Документҡа вице-премьер, Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы кураторы Илшат Тажетдинов һәм компания идараһы рәйесе Ли Лэцзюнь ҡул ҡуйҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1150898-v-kitae-planiruetsya-otkryt-predstavitelstvo-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть