Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Музейҙар төнө Ғаилә йылына арналасаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

19 майҙа Башҡортостан ҡалаларында ғәҙәттәге «Музейҙар төнө-2018» үтә. Быйыл акция төп ике тема: «Һаҡлағыстарҙан шедеврҙар» һәм «Башҡортостан Республикаһында ғаилә йылы» буйынса уҙғарыла.

19 майҙа кискеһен 100-ҙән ашыу музей һәм галерея: 23 дәүләт һәм 72 муниципаль музейы, шулай уҡ клуб-ял учреждениелары ҡарамағында музейҙар, корпоратив Почта музейы һәм шәхси «Интеллектус» мауыҡтырғыс фәндәр интерактив музейы үҙ ишектәрен аса.

«Музейҙар төнө» акцияһына «Рәсәй – минең тарихым» мультимедиялы тарихи парк, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм «Урман илселеге» зоопаркы ҡушылды.

500-ҙән ашыу яңы күргәҙмә һәм ғәҙәти булмаған сара тәҡдим ителә. Быйыл акцияға 45 меңдән ашыу кешенең ҡушылыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынң матбуғат хеҙмәтендә.

Ҙур музейҙар үҙенең художество ҡиммәте йәки тарихи әһәмиәте буйынса бығаса һаҡлау урындарынан сыҡмаған йәки ғөмүмән күргәҙмәгә ҡуйылмаған үҙенә бер айырым музей предметтарын күрһәтә. Кесе ҡалалар һәм ауылдар музейҙары кешеләргә таныш булмаған яңы экспонаттар күргәҙмәләрен һәм «бер экспонат күргәҙмәләрен» аса. Республика темаһы сиктәрендә музейҙар ғаилә ҡиммәттәренә, йолаларына һәм байрамдарына, Башҡортостандан сыҡҡан арҙаҡлы кешеләр һәм ҡалаларҙағы, ауылдарҙағы ғаилә тормошонда татыулыҡ һәм гармония өлгөһөн күрһәткән күптән йәшәүселәр тарихына арналған күргәҙмәләр һәм мәҙәни-мәғариф саралар тәҡдим итә.

«Музейҙар төнө» акцияһын асыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, киске сәғәт 5-тә «нуль саҡрымында» – Өфө Баш почтаһында урынлашҡан Почта музейында башлана. Сараны асыу сиктәрендә «Музейҙар төнө»нә махсус сығарылған почта продукцияһына тамға ҡуйыу була.

Күҙалланған музей саралары хаҡында мәғлүмәтте республика музейҙары сайттарында һәм социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә һәм һылтанма буйынса алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1150785-v-bashkirii-noch-muzeev-2018-budet-posvyashchena-godu-semi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть