Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Ағиҙел» хоккейсыларын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында еңеүе менән ҡотланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәүгә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулаған һәм Рәсәй чемпиондары булған «Ағиҙел» хоккей клубы етәкселеге, тренерҙар штабы һәм уйынсылары менән осрашты.

— Тәү сиратта һеҙҙе иҫ киткес еңеүегеҙ менән ҡотлаһым килә. Уйынығыҙ, һөҙөмтәгеҙ менән беҙгә ысын ҡыуаныс килтерҙегеҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ республикабыҙҙа, ҡалабыҙҙа ошондай бик шәп «Ағиҙел» хоккей клубы барлығына, уның Рәсәй чемпионы булыуына һәм Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубыгын яулауына бик шатбыҙ. Ул бик мөһим, плей-офф тәүгә уҙғарылды һәм беҙ уны еңдек. Афариндар!

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы Рәсәйҙә яңы үҫешә башлауына ҡарамаҫтан, донъяла был спорт төрөнә ихтыяж бик ҙур.

— Ҡайһы берҙә скептиктар хоккей һәм ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыҙҙар йәнәшә ҡуйғыһыҙ тип һөйләй. Ысынында иһә улай түгел. Үҙегеҙҙең уйынығыҙ, һөҙөмтәләрегеҙ менән һеҙ был спорт төрөнөң матурлығын да, бер үк ваҡытта, әлбиттә, чемпиондар характерын һәм күңел сифаттарын күрһәтәһегеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. – Был уңыш ҡыҫҡа ваҡытлы булмаҫ тип ышанабыҙ. Ул ышаныслы, ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы Башҡортостан Республикаһында алға китергә һәм үҫергә тейеш тигән һәйбәт базала һәм аңлауҙа нигеҙләнә.

Әңгәмә барышында Рөстәм Хәмитов команда уңышында ныҡышмалы күнекмәләр, миҙгел ваҡытында ғына түгел, миҙгел-ара осорҙа ла физик әҙерлек өлөшөндәге ҙур эш ярайһы уҡ роль уйнауын билдәләне. Бөгөн «Ағиҙел» ҡайһы берҙә ирҙәр хоккейына етмәгән ысын команда рухын, республикаға тоғролоғон күрһәтә.

Команда ҡапҡасыһы Анна Пругова әйтеүенсә, бөтөн миҙгел дауамында һәм айырыуса плей-офта Өфө ҡыҙҙары көйәрмәндәрҙең дәртләндереүен тойҙо, ул еңергә ярҙам итте.

— Бер нисә миҙгел Өфөлә уйнайым һәм Башҡортостан ысын спорт республикаһы булғанын аңлайым. Беҙгә ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтелде, – тине Анна Пругова. – Дмитровтан ҡайтҡас күпме көйәрмәндәрҙең аэропортҡа беҙҙе ҡаршы алырға килеүен, боҙ майҙанына күпме халыҡ йыйылыуын күрҙек, уны һүҙ менән генә тасуирлап булмай. Беҙ артабан да үҙебеҙҙең чемпионлығыбыҙҙы иҫбатлаясаҡбыҙ, раҫлаясаҡбыҙ, ә йыйылмала сығыш яһап, ил һәм республика намыҫын яҡлаясаҡбыҙ.

Рөстәм Хәмитов үҙ сиратында плей-офта Анна Пругованың иҫ киткес уйнауын, тик ҡатын-ҡыҙҙар хоккейына хас юғары кимәлде күрһәтеүен айырып әйтте.

Команданың өлкән тренеры Денис Афиногенов республика Башлығына миҙгел дауамында ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте, финал матчынан һуң Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау менән шылтыратыуына команданың нисек шатланыуын һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, «Салауат Юлаев» хоккей клубы етәкселеге ярҙамында «Ағиҙел» өсөн илдә иң яҡшы шарттар булдырылған.

Денис Афиногенов Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй чемпионаты миҙалын һәм уйынсыларҙың ҡул тамғалары менән «Ағиҙел»дең хоккей майкаһын тапшырҙы, ә спорт директоры Александр Семак команданың яңы эмблемаһы менән таныштырҙы.

Республика Башлығы хоккейсыларға Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяктан ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп үтте. Ул шулай уҡ «Ағиҙел»дең еңеүе Халыҡ-ара хоккей федерацияһы менән Башҡортостанда хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар чемпионатын уҙғарыу мөмкинлеге хаҡында һөйләшеүҙәрҙә өҫтәмә дәлил булып торасағын билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1150963-rustem-khamitov-pozdravil-khokkeistok-agideli-s-pobedoy-v-zhenskoy-khokkeynoy-lige/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть