Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Инвалид балалар тураһында «Параллель донъялар» фильмының дауамы Ҡырымда төшөрөлә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларына арналған «Параллель донъялар» фильмының дауамы Ҡырымда төшөрөлә. Был турала проект авторы – «Беҙҙең киләсәк» фонды етәксеһе Гөлнара Хәмиева хәбәр итте.

Әлеге ваҡытта фильмды төшөрөүгә аҡса эҙләү, Симферополь отелдәре менән килешеүҙәр алып барыла. Яңы фильмда ике республика балалары төшөүе күҙаллана. Шулай уҡ унда тәүге фильмдағы балалар ҡатнашасаҡ.

2018 йылдың апрелендә Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә «Параллель донъялар» фильмын күрһәткән саҡта дауамын төшөрөү идеяһы килеп тыуа.

«Ҡырым Республикаһы Башлығы Сергей Аксенов һәм оло йөрәкле меценат, «Эшлекле Рәсәй» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Андрей Назаровтың ярҙамы менән показ ойошторолдо, — тип һөйләне Гөлнара Хәмиева. — Форумда фильм ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һеҙҙең менән беҙҙең кеүек ҡайғыртыусан кешеләр булғанда донъя берҙәм, ә тура һыҙаттар тик параллель буласаҡ».

http://www.bashinform.ru/news/1150746-prodolzhenie-filma-parallelnye-miry-o-detyakh-invalidakh-budet-snimatsya-v-krymu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть