Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә навигация асыу тантанаһы һәм нефть ташый торған флот парады була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә теләгән һәр кемде навигация асыу тантанаһына һәм нефть ташый торған флот парадына саҡыралар. Сара йома, 27 апрелдә, көндөҙгә сәғәт 12-нән 3-кә тиклем «Ватан» этнопаркында уҙа. Шунда уҡ Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы курсанттары, «Мираҫ» ансамбле солистары һәм Роберт Юлдашев, уның «Ҡурайсы» төркөмө ҡатнашлығында концерт була.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм «БашВолготанкер» компанияһы сығыш яһаны. «Быйылғы навигация Башҡортостан флоты өсөн юбилейлы: 160 йыл элек Ағиҙел йылғаһында тәүге тапҡыр пар суднолары йөрөй башлай, ә 70 йыл элек Өфөлә Волга нефть ташыу пароходлығының Башҡортостан идаралығы асыла, артабан ул уникаль йылға предприятиеһына әүерелә. Хәҙер «БашВолготанкер» компанияһы Башҡортостанда төп нефть продукттары ташыусы булып тора. 2018 йылғы навигация компания өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл ул «Роснефть» компанияһы менән ҙур контрактты ғәмәлгә ашыра башланы. 2 миллион тоннаға тиклем нефть продукттарын ташыу күҙаллана. Эшкә 100-гә яҡын судно йәлеп ителә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында.

http://www.bashinform.ru/news/1150536-v-ufe-vsekh-zhelayushchikh-priglashayut-na-tseremoniyu-otkrytiya-navigatsii-i-parad-neftenalivnogo-f/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть