Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йәйгеһен Башҡортостандың баш ҡалаһын 260 меңдән ашыу сәскә биҙәй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Был миҙгелдә «Горзеленхоз» муниципаль унитар предприятиеһы теплицаларында 260 меңдән ашыу бер йыллыҡ петуния, бархатцы, цинерарий үҫентеләрен үҫтереп алыу күҙаллана. Һауа торошо яҡшырыу менән үҫемлектәрҙе асыҡ тупраҡҡа күсереү башлана. 9 майға Өфөлә тәүгеләрҙән булып Еңеү паркын сәскәләр менән биҙәү ҡаралған, тип хәбәр итә «Вся Уфа» телеканалы.

«Паркта йөрөгәндә шатлыҡ тойғолары кисерәбеҙ, үҙебеҙҙең хеҙмәт икәнлеген аңлайбыҙ: сәскәләрҙе үҙ ҡулыбыҙ менән ултырттыҡ, уларға бөтә көсөбөҙҙө һалдыҡ», — ти «Горзеленхоз»дың төҙөлөш хужалығы хеҙмәткәре Елена Мельникова.

Быйыл йәй ҡаланы күберәк петуниялар менән биҙәү көтөлә. Улар башҡаларҙан иртәрәк сәскә ата. Теплицаларҙа ултыртыу ике этапта уҙғарыла. Әле йәшелләнгән, тумалған һәм хатта сәскә атҡандар ғинуар аҙағында уҡ ултыртылған. Икенсе этапта орлоҡтар тупраҡҡа сәселә. Йәй урталарында, көҙ башында һулыған йәки һындырылған сәскәләргә бархатцы, петуния һәм цинерарийҙың яңы партияһы алмашҡа килә.

http://www.bashinform.ru/news/1150255-stolitsu-bashkirii-letom-ukrasyat-bolee-260-tysyach-tsvetov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть