Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡытай телевидениеһында Шүлгәнташ тураһында фильм күрһәтелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Кисә Аньхой провинцияһының үҙәк телевидениеһында «Сәнғәт бишеге. Шүлгәнташ мәмерйәһе» фәнни-популяр фильмдың премьераһы булды. Башҡортостан журналистары әҙерләгән фильм сит ил һәм Рәсәй ғалимдарының мәмерйәлә палеолит осоро рәсемдәрен һаҡлап ҡалыу буйынса эше хаҡында бәйән итә. Ҡытай тамашасыларын Башҡортостан халыҡтарының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм бөгөнгө ҡаҙаныштары менән таныштырыу өсөн тағы бер нисә тапшырыу эфирға әҙер ҙә инде.

Телетапшырыуҙар менән алмашыу Аньхой провинцияһы телевидениеһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Аньхой университеты ҡарамағындағы Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге араһында өс яҡлы хеҙмәттәшлек сиктәрендә бойомға ашырыла. Май урталарында Башҡортостан телеканалында «Ҡытай телевидениеһы аҙналығы» башлана, уның барышында Аньхой провинцияһындағы коллегаларыбыҙ әҙерләгән тапшырыуҙарҙы күрһәтеү ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан.

http://www.bashinform.ru/news/1150481-film-o-peshchere-shulgan-tash-pokazali-v-efire-kitayskogo-televideniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть