Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә предприятиеларҙың инвестиция әүҙемлегенә яңы дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләнеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле шарттар булдырылған. Был хаҡта республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса Йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе. Ултырышты төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов уҙғарҙы.

Инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиеларға төрлө дәүләт ярҙамы күрһәтелә, тип хәбәр итте министр. Административ ҡаршылыҡтарҙы кәметеү буйынса эш алып барыла.

Ошоға өҫтәп, ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы субсидиялау тәртибе әҙерләнгән. Дөйөм суммаһы 82 миллиард һумлыҡ проекттар менән туғыҙ компания әлеге ярҙам менән файҙаланырға әҙер. Атап әйткәндә, «НЕФАЗ» шасси сығарыуҙы ойоштороу өсөн токарь станоктарын һатып алыу кәрәклеге тураһында белдерҙе, ә «Башҡорт баҡыры» руда сығарыу өсөн тау ҡорамалдары һатып алырға ниәтләй.

100 миллион һумға тиклем инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған предприятиеларға һәм реконструкциялауға аҡса йүнәлткән ойошмаларға мөлкәткә һалым буйынса льгота бирелә. Тиҙҙән был сара дөйөм суммаһы яҡынса 5 миллиард һумлыҡ 165 проектты тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирергә тейеш.

Greenfield тибындағы майҙансыҡта төҙөлгән объекттар өсөн тәүге өс йылда ергә һалым түләү ҡаралмаған. Төҙөлгән бизнес-пландарға ярашлы, инвестициялар күләме 56 миллиард һумдан ашыуыраҡ булған 11 компания ошондай механизм менән файҙалана ала.

http://www.bashinform.ru/news/1150469-v-bashkirii-ozvuchili-novye-mery-gospodderzhki-investitsionnoy-aktivnosti-predpriyatiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть