Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87

EUR 76.18

20 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар һайлап алынды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Урал моңо» халыҡ-ара төрки йәштәренең музыкаль ижады конкурс- фестиваленең һайлап алыу туры уҙҙы. Унда Бөрйән, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Иглин, Шишмә, Учалы райондарынан, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Учалы һәм Өфө ҡалаларынан солистар һәм вокаль, вокаль-инструменталь коллективтар ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә түбәндәге конкурсанттар һайлап алынды: Тимур Рамазанов (Өфө), Ләйсән Хәлиуллина (Иглин районы), Заһир Зәйнетдинов (Өфө), Рәфис Сирусин (Өфө), Илдар Жамалов (Учалы), Рәфис Ишбаев һәм Ильяс Кинйәғолов (Ишембай), Әлфиә Мырҙабаева (Ейәнсура районы), Юнир Һағынбаев һәм Зәлиә Ғәниәтуллина (Өфө).

Быйыл туғандаш төрки халыҡтарын берләштергән халыҡ-ара проект VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә әҙерлек барышында — 8-10 июндә уҙа. Унда төрки телле илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән вокалистар ҡатнаша. Улар араһында — Төркиә, Ҡаҙағстан, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Дағстан, Саха (Яҡутстан), Алтай, Хакасия, Мәскәү, Әстрхан өлкәһе һәм Ставрополь крайы вәкилдәре.

«Был конкурс-фестиваль генә түгел, ә музыка, төрки йәштәренең берҙәмлеге байрамы. Конкурста барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа бер халыҡ, бер телдә йырлай һәм бөтә йырҙарҙы ла тәржемәһеҙ тыңларға мөмкин тигән тойғо уяна», — ти һайлап алыу турының жюри рәйесе, композитор Урал Иҙелбаев.

Сара һәләтле йәш башҡарыусыларҙы эҙләү һәм уларға булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла.

Конкурс-фестивалде Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто булышлығында Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡалаһы хакимиәте, Ишембай районы хакимиәте ойоштора.

http://www.bashinform.ru/news/1150363-v-ufe-otobrali-uchastnikov-mezhdunarodnogo-festivalya-ural-mono-kotorye-predstavyat-bashkortostan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть