Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

24 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан педагогы иң яҡшы «Серафимов уҡытыусыһы» булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Изге Троицк Серафим-Дивеев монастыры мәғариф үҙәгендә (Түбәнге Новгород өлкәһе, Дивеев ауылы) «Серафимов уҡытыусыһы – 2017/2018» педагогик конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс лауреаттары һәм еңеүселәре билдәләнгән пленар ултырыш Түбәнге Новгород һәм Арзамасс Митрополиты Георгий рәйеслегендә үтте.

Быйыл конкурс даирәһе ярайһы уҡ киңәйҙе, ғаризалар Беларусь Республикаһынан, Литва Республикаһынан, Украинанан, Днестр буйы Молдавия Республикаһынан килгән. Бөтәһе 406 эш ҡабул ителгән, йомғаҡлау һайлауында 447 кеше ҡатнашты. Конкурсанттар араһында – Ауырғазы районы Сыуаш-Ҡарамалы ауылы урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Юрий Леонтьев. 34 йыл эш тәжрибәһенә эйә педагог конкурста «Ғаилә шәжәрәһен өйрәнеү кесе ватанды аңлап-белеү алымдарының береһе» тигән эш тәҡдим иткән. Фестиваль йомғаҡтары буйынса Юрий Леонтьев Еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.

«Рухи-әхлаҡи аң-белем таратыу өлкәһендә эшләгән педагогтарға ярҙам итеү һәм уларҙы дәртләндереү, уларҙың ижтимағи статусын күтәреү, иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы популярлаштырыу, балаларҙың һәм йәштәрҙең әхлаҡи үҫешенә тәьҫир итеүсе рухи һәм мәҙәни бай мөхитте булдырыуға булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған бындай саралар булыуы бик һәйбәт», — тине уҡытыусы.

http://www.bashinform.ru/news/1150549-pedagog-iz-bashkirii-stal-luchshim-serafimovskim-uchitelem/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть