Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.62 ↑

EUR 75.38 ↑

18 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡырымда башҡорт шағиры һәм сатирик Марсель Сәлимовтың китабы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһында Симферополдә Марсель Сәлимовтың (Мар. Салим) «Аллалар менән һөйләшеү» («Разговор с богами») тигән яңы китабы баҫылып сыҡты. «Таврида» заманса нәфис тәржемә үҙәге проекты буйынса сыҡҡан баҫма «Өлөш» нәшриәтендә донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа башҡорт сатира оҫтаһы һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙар ингән. Автор был китапты дуҫы – күренекле рус яҙыусыһы һәм тәржемәсе Иван Тертычныйҙың (1953-2017) яҡты иҫтәлегенә арнай. Шиғырҙарҙы башҡорт теленән Иван Тертычный һәм Николай Переяслов тәржемә иткән.

Китап ике бүлектән тора: беренсеһә – сатирик һәм публицистик, икенсеһенә – юмористик һәм лирик шиғырҙар ингән.

Баҫманың тышында башҡорт карикатурисы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Хәлил Әхтәмовтың «Олимпта сатирик» дуҫтарса шаржы файҙаланған. Дизайнды Ҡырым рәссамы Кирилл Лемешко башҡарған, ул сериялар логотибын да әҙерләгән. Китаптың тиражы – 1500 дана.

Марсель Сәлимов – Сергей Михалков, Владимир Гиляровский (Рәсәй), Николай Гоголь (Украина), Эрнест Хемингуэй (Канада) исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты, «Алеко» (Болгария) премияһы, «Интеллигент миҙгел» (Саки ҡалаһы, Ҡырым) фестивале лауреаты.

http://www.bashinform.ru/news/1150388-v-krymu-izdana-kniga-bashkirskogo-poeta-satirika-marselya-salimova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть