Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

26 апрель – Халыҡ-ара Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Бөгөн, 26 апрелдә, Халыҡ-ара Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө билдәләнә. Уны 2016 йылдың 8 декабрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы иғлан итте.

1986 йылдың 26 апрелендә Украина биләмәһендә, Киев өлкәһенең Чернобыль ҡалаһынан 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Чернобыль атом электр станцияһында ҙур техноген һәләкәт була. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү системаларының береһендә проект һынауҙарын уҙғарыу барышында дүртенсе энергия блогында шартлау яңғырай. Һөҙөмтәлә әүҙем зона һәм реактор бинаһының бөтә өҫкө өлөшө тулыһынса емерелә, деаэратор этажеркаһы һәм машина залы ныҡ зыян күрә, барлыҡ ҡаршылыҡтар һәм хәүефһеҙлек системалары юҡҡа сыға. Шартлауҙар һәм янғын һөҙөмтәһендә ғәйәт ҙур радиоактив матдәләр бүленеп сыға, тип хәбәр РИА Новости.

Тәүлек һайын тирә-яҡ мөхиткә миллиондарса кюри эләгә, һәм был процесс 1986 йылдың 6 майына тиклем дауам итә, шунан һуң ул ҡырҡа кәмей һәм артабан аҙая. Авария һөҙөмтәһендә бик күп илдәрҙең биләмәләре радиоактив бысраныуға дусар була. Европала дөйөм майҙаны 207,5 мең квадрат километрлыҡ биләмә ныҡ бысрана, шуның 60 мең квадрат километр самаһы элекке СССР-ҙан ситтә урынлашҡан. Рәсәйҙә 14 субъекттың 59 мең квадрат километрҙан ашыу биләмәһе, шул иҫәптән 2,3 миллиондан ашыу гектар ауыл хужалығы ерҙәре һәм 1,5 миллиондан ашыу гектар урман биләмәһе радиоактив бысраныуға дусар ителә.

Фажиғә миллиондарса кешенең тормошонда үҙ эҙен ҡалдырҙы. Чернобыль атом электр станцияһы хеҙмәткәрҙәре, авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәм бысранған биләмәләрҙәге кешеләр хәүеф төркөмөнә эләкте. Белоруссияла, Рәсәйҙә, Украинала 8,4 миллион самаһы кеше радиация йоғонтоһона дусар булды, уларҙың йөҙҙәрсә меңе хәүефле биләмәләрҙән эвакуацияланды. 134 кешелә (Чернобыль атом электр станцияһының техник персоналы һәм янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан янғын һағы хеҙмәткәрҙәре) киҫкен нур ауырыуы теркәлде. Уларҙың 28-е авариянан һуң тәүге айҙарҙа яҡты донъя менән хушлашты. Тағы ла өсәүһе дүртенсе энергия блогында шартлау мәлендә һәләк булды.

Һәләк булғандарҙы иҫкә алып, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре башлыҡтары 2001 йылдың июнендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында ағза булып торған дәүләттәргә 26 апрелде Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан итеү тураһында белдерҙе.  

http://www.bashinform.ru/news/1150366-26-aprelya-mezhdunarodnyy-den-pamyati-o-chernobylskoy-katastrofe-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть