Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.43 ↑

EUR 73.24 ↓

18 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә күренекле шағир Ғабдулла Туҡайға арналған иҫтәлекле саралар үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн, 26 апрелдә, Өфөлә бөйөк татар яҙыусыһы, шағир, тәнҡитсе һәм тәржемәсе Ғабдулла Туҡайҙың мемориаль таҡтаташына сәскә һалалар.

Иҫтәлекле таҡтаташ Туҡай 1912 йылда йәшәгән Свердлов урамындағы йортҡа ҡуйылған. Сара яҙыусының тыуған көнөнә арналған (1886-1913). Башлана көндөҙгө сәғәт 1-ҙә.

Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Яҙыусылар союзының татар телле яҙыусылар берләшмәһе хәбәр итеүенсә, көндөҙгө сәғәт 2-лә «Нур» театры алдында шиғри сара үтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһында шағир һәйкәленә иң яҡшы проект төҙөүгә асыҡ конкурс иғлан ителгән.

http://www.bashinform.ru/news/1150463-v-ufe-proydut-pamyatnye-meropriyatiya-posvyashchennye-vydayushchemusya-poetu-gabdulle-tukayu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть