Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Инвестиция мөхите буйынса совет ултырышында республикалағы алдынғы предприятиеларҙың инвестиция пландарын тикшерҙеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советының ултырышы уҙҙы. Уны төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Ултырышта, атап әйткәндә, республикалағы алдынғы предприятиеларҙың инвестиция пландары ҡаралды.

— Инвестицияға килгәндә, былтыр был юҫыҡта өмөттәр аҡланманы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Инвестиция ағымы байтаҡҡа – 20 проценттан ашыуға төштө. Был хәл шул иҫәптән эре предприятиелар менән һөҙөмтәле берләштерелгән эш төҙөп булмау, инвестиция өлкәһендә ағымдағы мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итә алмау сәбәпле килеп тыуҙы.

Хөкүмәт бизнесты үҫтереүҙә, иҡтисад үҫешендә ҡыҙыҡһына, шуға күрә компанияларҙың инвестиция проекттарына кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙер, тип айырып әйтте республика Башлығы.

— Беҙгә инвестициялар, предприятиеларығыҙҙа ысын хәл кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Даими манёврҙар, киҫкен хәлдәрҙе урап үтеү – был ҡыҙыҡ түгел. Әйҙәгеҙ дөрөҫөн әйтәйек: һеҙгә нимә ҡамасаулай һәм инвестициялар үҫеше булһын өсөн нимә кәрәк. Унан бигерәк ил Президенты ла, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте лә инвестицияларҙы ярайһы уҡ арттырыу бурысын ҡуя.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, урта сроклы фараз бюджет планлаштырыу нигеҙе булып тора. Йыйылма һандар республиканың федераль үҙәк алдындағы бурыстарында теркәлә, улар нигеҙендә төбәк бюджетына өҫтәмә финанслау бүленә. Контроль күрһәткестәрҙе үтәмәгән осраҡта социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам күләме ҡыҫҡартыла. Шуға республика Хөкүмәтенә компанияларҙың инвестиция пландары хаҡында белеү мөһим.

— Беҙҙең өсөн, һис шикһеҙ, рейтингтағы урын иң мөһиме түгел. Иң мөһиме – социаль өлкәне нығытыу һәм тормош сифатын арттырыу өсөн ғәмәлдәге етештереү урындарын киңәйтеү, яңыларын эшләтеп ебәреү, эш урындары булдырыу, эш хаҡын, дөйөм иҡтисадты күтәреү, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ һеҙҙең менән бергәләп тығыҙыраҡ эшләү кәрәклеге тураһында һөйләштек инде, әммә хәл әлегә яҡшырманы. Һеҙ барыбер ниндәйҙер кимәлдә ситләшкән сәйәсәт алып бараһығыҙ. Әммә беҙ квартал һайын предприятиеларҙың инвестиция пландарын ғәмәлгә ашырыу мониторингын алып барасаҡбыҙ. Күҙалланған күрһәткестәрҙән ситләшкән осраҡта ни өсөн шулай килеп сыҡҡанын тикшерәсәкбеҙ, һеҙҙең Мәскәүҙә һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа ҡалаларында урынлашҡан төп предприятиеларығыҙға сығып, Йәмәғәт советына һеҙҙе һәм, әлбиттә, хужаларығыҙҙы саҡырасаҡбыҙ.

Республиканың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков республикалағы 30 ҙур предприятиеның урта сроклы осорға инвестиция пландары хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, нәҡ улар төбәк инвестиция портфеленең яҡынса 60 процентын булдыра.

2017 йылда был компаниялар 1,5 процент үҫеш менән 115,2 миллиард һум дәүмәлендә капиталь һалыуҙар күләмен күҙаллаған. Ләкин һөҙөмтәлә предприятиелар тик 98,4 миллиард һум инвестиция тәьмин иткән, ул 2016 йылғы кимәлдән 22,1 процентҡа түбәнерәк.

— Быйыл уларҙың инвестиция пландарында инвестиция күләмен 106,5 миллиард һумғаса арттырыу ҡаралған, – тип асыҡлыҡ индерҙе Сергей Новиков. – Ысын сағылышта үҫеш тиҙлеге 2017 йыл кимәленә ҡарата 104,1 процент тәшкил итәсәк. Дөйөм республика һандарына тура күрһәтеүҙә республика буйынса көтөлгән инвестициялар күләме ағымдағы йылда 282 миллиард һум буласаҡ.

Инвестициялар үҫешенә «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте (хуш еҫле углеводородтар етештереү буйынса комплексты яңыртыу һәм аҡрынайған кокслау ҡоролмаһын төҙөү), «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (каталитик крекинг комплексы буйынса проектты дауам итеү, шулай уҡ ҡыҫҡа цикллы адсорбция блоктары төҙөлөшөн эшләтеп ебәреү һәм пар торба үткәргесен монтажлау), «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («Юбилей» ятҡылығында ер аҫты руднигын төҙөү), «Башҡорт сода компанияһы» акционерҙар компанияһы (бағана ҡорамалдарын алмаштырыу һәм яңыса ҡороу, тоҙ табыу кәсебен үҫтереү, таҙартылған натрий бикарбонатын етештереүҙе яңыса ҡороу), «НЕФАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (автобус шассиҙарын етерештереүҙе үҙләштереү һәм етештереү ҡорамалдарын һатып алыу буйынса проект) тос өлөш индерәсәк, тип билдәләне министр.

Шулай уҡ ултырышта төбәктәге алдынғы предприятиелар вәкилдәре үҙҙәренең инвестиция программалары менән таныштырҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1150270-na-zasedanii-soveta-po-investklimatu-obsudili-investitsionnye-plany-vedushchikh-predpriyatiy-respubl/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть