Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында янғын сыҡты: 238 кеше, шул иҫәптән 56 бала эвакуацияланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Төндә баш ҡалабыҙҙағы Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында янғын сыҡты. Утты һүндереү барышында бинанан 238 кеше, шул иҫәптән 56 бала эвакуацияланды. Улар күрше хирургия корпусына һәм яҡындағы бала табыу йорттарына урынлаштырылды, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте.

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында сигнализацияның эшләй башлауы тураһында хәбәр төнгө сәғәт 3 тула 35 минутта килә. Һүндереү өсөн Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһынан 18 берәмек техника һәм 51 кеше, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 15 берәмек техника һәм 40 кеше йәлеп ителә.

«Килеп еткәс, беренсе ҡатта акушер-гинекология корпусында дежур шәфҡәт туташы посында ут сығыуы асыҡланған. Янғынды һүндереү барышында бинанан 238 кеше, шул иҫәптән 56 бала эвакуацияланған. Эвакуацияланғандар күрше хирургия корпусына һәм яҡындағы бала табыу йорттарына урынлаштырылған», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Төнгө сәғәт 4-се 28 минутта янғын тулыһынса һүндерелә.

Автоматик янғын сигнализацияһының эшләүе һәм хеҙмәткәрҙәрҙең берҙәм эш итеүе, шулай уҡ янғын бүлексәләренең үҙ ваҡытында килеп етеүе арҡаһында һәләк булғандар, зыян күргәндәр юҡ. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан дознаватель һәм һынау янғын лабораторияһы белгестәре эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

http://www.bashinform.ru/news/1150377-v-bashkirii-gorela-respublikanskaya-bolnitsa-imeni-kuvatova-evakuirovano-238-chelovek-v-tom-chisle-5/

Теги: янғын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть