Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың I Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә хәйриә концерты үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Илдар Абдразаҡовтың I Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә хәйриә концерты үтте.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында фестивалдең бихисап абруйлы ҡунаҡтары, сәйәси-йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Өфөнөң мәҙәни йәмәғәтселеге, Илдар Абдразаҡовтың дуҫтары һәм яҡындары һәм опера сәнғәтен үҙ итеүселәр йыйылды. Концертта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов әсәһе менән булды.

«Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды концерттың ойоштороусыһы булып сығыш яһаны. Был кис залда балалар – фондтың тәрбиәләнеүселәре ултырҙы. Һатылған билеттарҙан 2 834 мең һум килем төшкән, улар фонд программаларын ғәмәлгә ашырыуға тапшырыласаҡ.

Концертта Илдар Абдразаҡов, Мариин театры солисы Сергей Скороходов һәм Башҡорт опера һәм балет театры солистары Диляра Иҙрисова, Лариса Әхмәтова, Иҙел Аралбаев һәм Владимир Копытов ҡатнашты.

Улар Раушан Яҡупов идаралығында Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры оҙатыуында күренекле опера арияларын һәм дуэттарын башҡарҙы.

«Һатылған билеттарҙан ингән аҡса Балалар үҫеше үҙәгенең 250-нән ашыу тәрбиәләнеүсеһенә кәрәкле ярҙам алырға мөмкинлек бирәсәк. Был инвалид балалар модулле өҫтәмә белем алған тәүге һәм берҙән-бер учреждение», — тип билдәләне «Мәрхәмәт» хәйриә фонды директоры Айгөл Гәрәева һәм Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә хәйриә концерты яҡшы йолаға әүерелер тигән ышаныс белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть