Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.62 ↑

EUR 75.38 ↑

18 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сәскәләр һәм хуплау һүҙҙәре менән: «Өфө» аэропортында Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы еңеүселәрен — «Ағиҙел» командаһын ҡаршы алдылар

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рауза гөлләмәләре, хлопушкалар һәм хуплау һүҙҙәре. Көйәрмәндәр «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһын ошолай ҡаршы алды. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы еңеүселәре баш ҡалабыҙға 25 апрелдә көндөҙ ҡайтып төштө. Аэропорттың вокзал яны майҙанында уларҙы сюрприз көтә ине.

«Был ҡыуаныслы хәл! — тине «Ағиҙел» ҡапҡасыһы Анна Пругова. — Беҙҙе шулай ҡаршы алырҙар тип көтмәгәйнек. Ҙур рәхмәт! Бик шатбыҙ. Беләһегеҙме, был яңы еңеүҙәргә илһамландыра!».

Көйәрмәндәр Башҡортостандың баш ҡалаһына килтерелгән трофейға ҡағылып ҡына ҡалманы, яңы чемпиондар һәм «Ағиҙел»дең тренерҙар штабы менән фотоға ла төштө.

«Был минең өсөн чемпионаттың өсөнсө «алтын»ы. Быйылғыһы Өфө өсөн тәүге булыуы менән үҙенсәлекле. «Ағиҙел» — минең өсөн тыуған команда. Тап шуға ла мин бында оҙаҡҡа ҡалырға теләйем», — тип белдерҙе Өфө клубы форварды Ольга Сосина.

«Ағиҙел»дең баш тренеры Денис Афиногенов һүҙҙәренсә, еңеүсе команданың сере ябай — ҙур эш.

«Плей-офта ҡыҙҙар тупланды, бер бөтөнгә әүерелде. Беҙ башҡа тренерҙар менән уларҙы күмәкләп тә, айырым да саҡырҙыҡ. Улар барыһын да аңланы, ҡамасауларға ғына ярамай ине, — тине Денис Афиногенов. — Был беҙҙең өсөн генә түгел, Өфө һәм Башҡортостан өсөн дә ҙур бүләк».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 апрелдә тарихта тәүге тапҡыр Өфөнөң «Ағиҙел» командаһы ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса Рәсәй чемпионатында алтын миҙалдар яуланы һәм республиканың баш ҡалаһына Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын алып ҡайтты. Хоккейсыларҙы оло еңеүҙәре менән тәүгеләрҙән булып төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. Ошо көндәрҙә команда тулы составта республика етәксеһе менән осраша.

http://www.bashinform.ru/news/1150014-s-tsvetami-i-slovami-podderzhki-v-aeroportu-ufa-vstretili-pobediteley-zhkhl-komandu-agidel/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть