Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды май байрамдарында пенсия таратыу графигын хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Май өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр графикка ярашлы 3 майҙа таратыла башлай, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Пенсияны почта бүлексәләрендә алғандарға ул 9 май байрам көнө өсөн 7 һәм 8 майҙа түләнәсәк. Байрам көнө өсөн аныҡ таратыу көнө апрель айындағы пенсия квитанцияһында яҙылған.

Кредит ойошмаларына аҡсалар килешеү менән билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы 11 майҙан күсерелә башлай, тип билдәләнеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Әлеге ваҡытта Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе 1,181 миллион пенсионерға пенсия түләй. Уны алыусылар иҫәбендә шулай уҡ 323 мең федераль льготалы һәм федераль социаль өҫтәмә түләү ҡаралған 131 мең республикала йәшәүсе.

http://www.bashinform.ru/news/1149961-pensionnyy-fond-po-bashkirii-soobshchil-grafik-dostavki-pensiy-v-mayskie-prazdniki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть