Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Иғтибар! Башҡортостанда ЮХХДИ приставтар һәм һалым хеҙмәте менән бергә рейдтар уҙғара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан ЮХХДИ суд приставтары һәм һалым хеҙмәте менән түләнмәгән штрафтары булған водителдәрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән берләштерелгән рейдтар уҙғара.

Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, транспорт ағымында бурыслыларҙы билдәләргә «Юл приставы» автоматлаштырылған комплексы ярҙам итә. Был прибор хәрәкәт иткән автомобилдең номеры буйынса уны хужаһына ҡарата башҡарыу эше барлығын асыҡлай. Система ошо хаҡта тауыш бирә һәм бер үк ваҡытта экранға автомобилдең номерын сығара. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был автомобилде туҡтатыу өсөн кәрәкле саралар ҡабул итә. Шунан һуң суд приставтары транспорт сараһын ҡулға ала һәм эвакуациялай. «Иғтибарлы булығыҙ! Штрафтарҙы ваҡытында түләгеҙ», — тип иҫкәртә полиция хеҙмәткәрҙәре.

http://www.bashinform.ru/news/1150011-vnimanie-v-bashkirii-gibdd-provodit-sovmestnye-reydy-s-pristavami-i-nalogovoy-sluzhboy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть