Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Еңеү алмағастарын ултыртты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

25 апрелдә «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Архангел районының Максим Горький ауылында сираттағы акция ойошторҙо. Акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы алдынан уҙғарыла.

«Шәфҡәтлелек» ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернаттағы 125 кеше араһында инде өлкәнәйгән һуғыш балалары, тыл ветерандары йәшәй. Юлдаштар ойошма биләмәһендә алмағастар ултыртты.

Үҫентеләрҙе Кушнаренко емеш-еләк культуралары һәм виноград селекцияһы үҙәгенән, шулай уҡ шәхси баҡсасы Ғәлиә Мөғәллимованан алғандар.

«Беҙ уларға идеябыҙҙы һәм изге эшебеҙҙе хуплағандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, — тине радио хеҙмәткәре Зөһрә Арсаева. — Атай-олатайҙарыбыҙ илебеҙ, киләсәгебеҙ, тыныс тормош һәм фашизмды юҡ итеү өсөн башын һалған. Беҙгә еңеүҙең хаҡы тураһында оноторға ярамай. Хәҙер М. Горький ауылында ла яҙ һайын, 1945 йылдың майын һәм уларҙы онотмаған, ҡәҙерләгән кешеләрҙең булыуын хәтерләтеп, Еңеү алмағастары сәскә атыр».

http://www.bashinform.ru/news/1149924-v-bashkirii-sotrudniki-radio-yuldash-posadili-yabloni-pobedy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть