Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Статистика белгестәре Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килемен иҫәпләне

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ағымдағы йылдың февралендә Башҡортостан халҡының йән башына уртаса килеме 25 104 һум тәшкил итте. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда реаль килем төшкән һәм 94,7 процент тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

2018 йылдың ғинуарында республикала йән башына уртаса килем түбәнерәк һәм 22 907 һумға тиң булған.

Белгестәрҙең иҫәбе буйынса, ғинуар-февралдә Башҡортостанда уртаса статистик йәшәүсе уға тәғәйенләнгән суммаға 79 килограмм һыйыр ите (һөйәкһеҙ иттән тыш) йәки 150 килограмм деликатес булмаған туңдырылған балыҡ ала алған. Башҡа аҙыҡ-түлек варианттары араһында – 454 литр һөт, 49 килограмм аҡ май, 758 килограмм шәкәр, 875 килограмм он һәм 1,1 тоннанан ашыу картуф.

Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға килгәндә, шул уҡ суммаға айына 11 салбар йәки 17 ирҙәр күлдәге, 12 юбка йәки 13 блузка һатып алырға мөмкин булған.

Шул уҡ аҡсаға 590 литр бензин йәки 1176 тапҡыр ҡала йәмәғәт транспортында йөрөү тура килгән.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ағымдағы йылдың февраль айында Башҡортостанда уртаса номиналь эш хаҡы 30 411 һумға етте. Ул былтырғыға ҡарағанда 11,5 процентҡа юғары.

http://www.bashinform.ru/news/1149918-statistiki-podschitali-srednedushevye-dokhody-naseleniya-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть